Башҡортостанда ун беренсе кластар өсөн берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро – 27 майҙан 1 июлгә, туғыҙынсы кластар өсөн төп дәүләт имтиханы иһә 24 майҙан 2 июлгә тиклем дауам итә.
Берҙәм дәүләт имтиханында – 19787 (2018 йылда – 19430), төп дәүләт имтиханында 43139 кеше ҡатнаша (2018 йылда – 42474), тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.
Быйыл берҙәм дәүләт имтиханының объективлығын тәьмин итеү өсөн 100 төбәк йәмәғәт күҙәтеүсеһен (2018 йылда – 43) һәм 1700 муниципаль йәмәғәт күҙәтеүсеһен (2018 йылда – 1500) йәлеп итеү күҙаллана. Күҙәтеүҙе ойоштороу өсөн 150 эш урынына 300-ҙән ашыу онлайн күҙәтеүсе йәлеп итеп, Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының хәл-ваҡиға үҙәктәре һанын дүрттән алтыға тиклем арттырыу ҡаралған.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә юғары уҡыу йорттары студенттарын төбәк йәмәғәт күҙәтеүселәре сифатында эшләргә йәлеп итеү буйынса эш алып барыла. Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙә 28 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 8,5 меңдән күберәк ойоштороусы ҡатнаша.
Быйылдан башлап дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына йәлеп ителгән уҡытыусыларға эш өсөн компенсация биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.