Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Май 2019, 12:14

Башҡорт теленән диктантты 19 мең самаһы кеше «бишле»гә яҙған

Башҡорт теленән бишенсе юбилейлы диктантты 19 мең самаһы кеше «5»-гә яҙған. Халыҡ-ара акция 18 майҙа уҙҙы. Быйыл диктантты 1179 майҙансыҡта 69 524 кеше яҙған.

Башҡорт теленән бишенсе юбилейлы диктантты 19 мең самаһы кеше «5»-гә яҙған. Халыҡ-ара акция 18 майҙа уҙҙы. Быйыл диктантты 1179 майҙансыҡта 69 524 кеше яҙған.
Башҡортостанда акцияла 59 526 кеше, күрше төбәктәрҙә – 927, сит илдәрҙә 112 кеше ҡатнашҡан.
Диктантты тотош республикала, шулай уҡ Санкт-Петербургта, Ленинград өлкәһендә, Силәбелә һәм Силәбе өлкәһендә, Ҡазанда, Пермдә, Мәскәүҙә, Һамарҙа һәм Свердловск өлкәһендә, Ханты-Манси автономиялы округында, Ырымбур өлкәһендә, Краснодар, Алтай, Приморье крайҙарында, Яҡутстанда, Һарытауҙа, Ямал-Ненец автономиялы округында, Ҡурған өлкәһендә, Курил утрауҙарында, Мурманск өлкәһендә, Владимирҙа, Сахалин өлкәһендә яҙҙылар. Сит илдәрҙә 16 майҙансыҡ ойошторолдо – Канадала (Оттава,Торонто, Монреаль), АҠШ-та, Төркиәлә (Истанбул, Анталия), Германияла, Ҡытайҙа (Пекин), Ҡаҙағстанда, Бөйөк Британияла (Кардиф), Швейцарияла, Чехословакияла, Францияла, Швецияла, Испанияла.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 18 771 кеше – «бишле»гә (27%), 27 114-е – «дүртле»гә (39% ), 23 638-е «өслө»гә (34%) яҙған.
Сағыштырыу өсөн: уҙған йылда башҡорт теленән диктантта ҡатнашыусылар күпкә аҙыраҡ ине – 12 мең кеше.
Башинформ
Читайте нас