БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең Туймазы эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй быуаһының пляж эргәһендәге төбөн таҙартты. Был һыу инеү осоро (10 июнь – 15 август) рәсми башланыр алдынан йыл һайын үткәрелә торған планлы эш.
Водолаздар Данил Булатов, Айнур Ғәлиев, Константин Евстигнеевтың гидрокостюмдарҙа һыу аҫтына төшөп, быуа төбөнән быяла ватыҡтары, башҡа төрлө ҡурҡыныслы сәнсә, киҫә торған нәмәләр, таштар, тәгәрмәстәр, бүрәнәләр – йыл буйы йыйылған сүп-сар сығарыуҙарын ҡала кешеләре ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Был суп-сар, әлбиттә, күктән төшмәгән, уларҙы матур итеп ял итә белмәгән кешеләр ташлаған.
– Былтыр беҙ велосипед та сығарғайныҡ әле, – тип һөйләй эҙләү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе Эдуард Шәғәлиев.
Һыу аҫтына төшөр өсөн водолаздарҙың кәрәкле булған бөтә нәмәләре: баллон, костюм, йөҙгөстәр, маска, тростары бар. Әммә төпкә ултырған ләм арҡаһында һыу төбө яҡшы күренмәгәнлектән, ҡарманып таҙартырға тура килә. Ҡотҡарыусылар һыу аҫтында эшләгәндә отряд етәксеһе ярҙа, бойороҡтар биреп, һаҡлау сараларын күреп тора.
Эҙләү-ҡотҡарыу отряды эшен контролдә тотоусы “Мираҫ” учреждениеһы директоры Юрий Хәлиуллин “БХ” хәбәрселәренә бына нимә һөйләне:
– Йыл һайын, йөҙөү осоро башланыр алдынан, беҙ быуа төбөн таҙартып ҡына ҡалмайбыҙ, ә һыуға һәм тупраҡҡа лаборатор тикшереү ҙә үткәрәбеҙ. Учреждение хеҙмәткәрҙәре пляж ярын уратып ҡаҙый башланылар. Һыу инеү өсөн махсус бүленгән урындарҙа ике матрос-ҡотҡарыусы киҙеү торасаҡ. Ярҙа һыу ингәндә хәүефһеҙлек саралары һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында мәғлүмәт яҙылған стендтар ҡуйыласаҡ.
Беҙ һөйләшкән арала водолаздар һыу төбөнән шешә ватыҡтары сығарҙы ла сығарҙы. Күпте күргән ҡотҡарыусылар ике нәмәгә ғәжәпләнеүҙән туҡтамай: ниңә кешеләр үҙҙәре һәм туғандары керәсәк һыуға ҡурҡыныслы әйберҙәрҙе ырғыта? Һәм ниңә, иҫерек килеш һыуға инеп, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя?