Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында яҙғы сәсеү эштәре дауам итә.
“ЭкоНива” компанияһы “Төньяҡ Нива Башҡортостан” йәмғиәтенең М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы производство бүлексәһе баҫыуҙарында ла эш ҡайнай.
Киләсәктә бында инвестор 3500 баш мал аҫыраласаҡ һөтсөлөк комплексы төҙөй башлясаҡ. Шуға күрә баҫыуҙарға әле үк бер һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсәләр.
– Минераль ашламалар ҡулланып, туранан-тура ҡамылға сәсәбеҙ, – тип һөйләй хужалыҡтың баш агрономы Салауат Фазылов. – Гербицидтар индерәбеҙ, сәсеүлектәрҙе йомшартабыҙ, тырматабыҙ, тигеҙләйбеҙ. Сәсеү эштәренең сифатына талап ҙур, сөнки мал аҙығының сифаты шуға бәйле.
Салауат Илдар улы әйтеүенсә, 1000 гектарҙа люцерна сәсергә ниәтләйҙәр. Кукурузға 500 га бүленгән.
Эш хаҡы күпме эшләүгә бәйле, шуға сәсеүҙә ҡатнашыусылар бар тырышлығын һала. Уларҙы көнөнә өс тапҡыр ашаталар. Ашнаҡсылар Маргарита Маркова менән Илзилә Шакирова бик тәмле бешерәләр. Баҫыуға ашты Динар Шәймәрҙәнов илтә. Ул шулай уҡ сәсеү агрегаттарына орлоҡтар һәм ашламалар ҙа ташый.