Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Май 2019, 14:02

Фермерҙың эштәре яҡшы бара

В. Соловьевтың крәҫтиән-фермер хужалығында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға табан бара, шуға күрә механизаторҙарҙың барыһын бергә йыйып, фотоға төшөрөп булды.

В. Соловьевтың крәҫтиән-фермер хужалығында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға табан бара, шуға күрә механизаторҙарҙың барыһын бергә йыйып, фотоға төшөрөп булды.
Бына улар, баҫалҡы, аҙ һүҙле, эшсән хеҙмәтсәндәр: Юрий Макаров, Николай Никитин, Артур Набатов, Ғәлинур Солтанов һәм Евгений Соловьев. Ошо ир-егеттәр бөтә яҙғы эштәрҙе башҡара: ер һөрә, йомшарта, сәсә, тырмата, минераль ашламалар индерә... Хужалыҡ етәксеһе Валерий Соловьев әйтеүенсә, улар барыһы ла яуаплылар, бар күңелдәрен һалып эшләйҙәр.
– Һауа шарттары быйыл ярайһы яҡшы булды, – тип һөйләй Валерий Викторович. – Үҙебеҙ ҙә ашыҡмай, сәсеү эштәрен, тупраҡ торошона ҡарап, алып барҙыҡ.
Беҙ килгән көндө 80 гектар майҙанда арпа сәсеп бөтөп баралар ине. Быға тиклем бойҙай, һоло, көнбағыш, етен сәскәндәр, ваҡыты еткәс , судан үләне үҙ баҫыуын биләр. Ужым культуралары – арыш менән тритикале – яҡшы ғына ҡышлаған. Тиҙҙән ауыл эшсәндәре мал аҙығы әҙерләй башлаясаҡ.
Әлбиттә, хужалыҡта малсылыҡ тармағы торошо менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. Һыйырҙар күпләп быҙаулай торған осор уңышлы тамамланған. Хәҙер малдарҙы көтөүгә сығарғандар. Улар һутлы үләнгә, саф һауаға күнеккән, шуға һөт тә артҡан. Бөгөн хужалыҡ Бәләбәй һөт комбинатына көн һайын 625 л һөт тапшыра.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Автор фотоһы
Читайте нас