Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Май 2019, 16:39

Владимир Путин Башҡортостандан күп балалы ғаиләне «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләне

Ете бала һәм бөтәһе лә үҙҙәренеке. Өфөнән Лариса һәм Алексей Сайрановтар шундай байлыҡҡа эйә. Улар 23 йыл бергә, ошо ваҡыт эсендә ике малайға һәм биш ҡыҙға ғүмер бүләк итеп өлгөргән.

Ете бала һәм бөтәһе лә үҙҙәренеке. ӨфөнәнЛариса һәм Алексей Сайрановтар шундай байлыҡҡа эйә. Улар 23 йыл бергә, ошо ваҡыт эсендә ике малайға һәм биш ҡыҙға ғүмер бүләк итеп өлгөргән.
Алексей төҙөлөш компанияһында беренсе класлы водитель булып эшләй, ә Лариса – офиста йыйыштырыусы. Ләкин күп балалы ғаилә аҡса етмәүгә зарланмай. «Бәхет аҡсала түгел», тиҙәр улар.
Ете баланы яҡшы тәрбиәләгәндәре һәм рәсәйҙәргә күркәм өлгө булғандары өсөн Сайрановтар Кремль һарайына ил президенты Владимир Путинға саҡырылды. Унда ата-әсәгә «Ата-әсәлек даны» ордены һәм 100 мең һум күләмендә матди ярҙам тапшырылды. Дәүләт башлығы указға 2018 йылдың йәйендә ҡул ҡуйғайны.
Башинформ
Читайте нас: