Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Июнь 2019, 12:47

Бөтә ауыл менән – стадионға!

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Аксаков ауылында көтөп алынған ҙур ваҡиға булды – унда спорт-футбол комплексын асыу тантанаһы уҙҙы.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Аксаков ауылында көтөп алынған ҙур ваҡиға булды – унда спорт-футбол комплексын асыу тантанаһы уҙҙы.
Был проект ике программаны ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Беренсеһе – уңайлы ҡала мөхите булдырыу. Был программаға ярашлы комплекс ҡойма менән уратып алынды. Икенсеһе – ППМИ. Был программа буйынса стадионға кәрәк булған бөтә ҡорамалдар һатып алынды: тренер һәм ике уйынсы команда өсөн вагончиктар, ҡапҡалар өсөн селтәр, уйын яланына билдәләр һыҙыу, ҡарҙан таҙартыу, газонды сабыу өсөн машинкалар, электрон табло һ.б. Комплексҡа көйәрмәндәр өсөн трибуна, сәхнә ҡуйылған, яҡтыртҡыстар эленгән.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Автор фотолары
Читайте нас: