Туризм
3 Июня 2019, 07:56

Иртәгә – Ураҙа ғәйете

Хөрмәтле бәләбәйҙәр!Һеҙҙе Ураҙа байрамы менән ҡотлайым! Бәләбәй мосолмандары беҙҙең райондың иҡтисады, мәҙәниәте һәм рухи тормошо үҫешенә, милләт-ара татыулыҡты, дини сабырлыҡ һәм халыҡтар араһындағы килешкәнлекте нығытыуға тос өлөш индерә.

Хөрмәтле бәләбәйҙәр!
Һеҙҙе Ураҙа байрамы менән ҡотлайым! Бәләбәй мосолмандары беҙҙең райондың иҡтисады, мәҙәниәте һәм рухи тормошо үҫешенә, милләт-ара татыулыҡты, дини сабырлыҡ һәм халыҡтар араһындағы килешкәнлекте нығытыуға тос өлөш индерә. Күп быуатлыҡ тамырҙары булған был дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ихтирам мөнәсәбәттәре – беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм уртаҡ ҡаҙанышыбыҙ, беҙ уларҙы баһалайбыҙ һәм ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.
Был көндәрҙә ярҙамға һәм таянысҡа мохтаждарға айырым иғтибар биреү ҡаралған. Ошо изге айҙың мәрхәмәте һәм игелеге көндәлек тормошта һәр саҡ йәнәш булырына ихлас өмөтләнәм.
Изге ғәмәлдәрегеҙҙә барығыҙға ла уңыштар, һаулыҡ , бәхет һәм именлек теләйем!
Азат Сәхәбиев, Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы
Читайте нас