Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Июнь 2019, 17:01

Бәләбәйҙә - Ураҙа байрамы

Ниһайәт, мосолман ҡәрҙәштәрҙең, айырыуса рамаҙан айы буйы ураҙа тотҡандарҙың, исламға ынтылыусы милләттәштәр, ватандаштарҙың көтөп алған мөҡәддәс рамаҙан тамамланыуы - изге Ураҙа байрамы бөгөн тантана итә.

Ниһайәт, мосолман ҡәрҙәштәрҙең, айырыуса рамаҙан айы буйы ураҙа тотҡандарҙың, исламға ынтылыусы милләттәштәр, ватандаштарҙың көтөп алған мөҡәддәс рамаҙан тамамланыуы - изге Ураҙа байрамы бөгөн тантана итә. Бөтә донъя мосолмандары кеүек үк, Бәләбәй төбәгендә йәшәүсе мосолман ҡәрҙәштәр ҙә өс көн барасаҡ Ураҙа байрамын паҡ күңел менән байрам итә.
Ҡаланың тарихи мәсетендә ул иртәнге сәғәт 7 -лә ғәйет намаҙы менән башланып китте. Мәсеттең ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иркен намаҙ уҡыу бүлмәләре шығырым тулы булды. Ғәйет намаҙынан һуң имам Илдар хәҙрәт Ғәлиев барыһын да Бәләбәй районы мөхтәсибәте исеменән, үҙ исеменән изге байрам менән ҡотланы, Президент Владимир Путиндың ҡотлауын еткерҙе, унан эстәлекле вәғәз һөйләне.
Байрам көнө буйы дауам итәсәк, "Көнсығыш аштары» кафеһында былау әҙерләнә, ә киске биштә "Урал батыр" милли-мәҙәни үҙәгендә Ураҙа байрамы уңайынан кисә-концерт була.
Зәйфә Сәлихова
Читайте нас: