Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Июнь 2019, 16:28

Берҙәм транспорт картаһына исем һайларға тәҡдим иттеләр

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Берҙәм транспорт картаһы исеме өсөн тауыш биреүҙәрен йәки икенсе вариант тәҡдим итеүҙәрен һорайҙар. Республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының рәсми төркөмдәрендә тәҡдим ителгән ун вариант өсөн тауыш бирергә мөмкин.

Тәҡдим ителгәндәр араһында — «Арғымаҡ», «Ирәмәл», «Бал ҡорто», «Busинка», «Толпар», ТЭТА. BashCard («Башҡорт арбаһы») алда бара. 10 июнгә тиклем тауыш бирергә була.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 1 июлдән республикала берҙәм транспорт картаһы индерелә. Шул ваҡыттан Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта ҡала йәмәғәт транспорты һәм ҡала яны бәйләнеше маршруттарында ошо картаны файҙаланырға мөмкин.
1 июлгә бөтә 6200 автобус транспорт терминалдары менән йыһазландырыла. Бөгөнгә 1900 автобуста ошондай терминалдар бар.
Башинформ
Читайте нас: