Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Июнь 2019, 16:08

Еңеүселәр араһында – Бәләбәй ҡалаһы

Воронежда Бөтә Рәсәй иң яҡшы уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттары конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр

Воронежда Бөтә Рәсәй иң яҡшы уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттары конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр
Тантанала РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виталий Мутко ҡатнашты. Еңеүселәр араһында – бәләбәйҙәрҙең яратҡан ял итеү урыны булған ҡала быуаһын төҙөкләндереү проекты менән Бәләбәй ҡалаһы. Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевкә бүләкләү тантанаһында был конкурста еңеүсе исемен раҫлаусы таныҡлыҡ тапшырылды. Конкурста еңеүселәр федераль бюджеттан 85 млн-ға тиклем субсидия аласаҡ.
2019 йылда конкурсҡа 77 төбәктән 330 заявка бирелгән. Унда 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән “бәләкәй ҡалалар”, шулай уҡ федераль, төбәк әһәмиәтендәге тарихи биләмәләр, хакимиәт үҙәктәрен һәм федераль әһәмиәттәге ҡалаларҙы индермәйенсә, ҡатнашты. Проект 2019 – 2020 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.
Читайте нас: