Бөгөн бөйөк рус шағиры Александр Сергеевич Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тула (1799 – 1837). Был көндә ике байрам билдәләнә: Рәсәйҙә Пушкин һәм Халыҡ-ара рус теле көнө. Был ваҡиға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы һәм БМО ҡарары менән рәсми нығытылған.
Ултырам ситлектә, ҡаҡмай керпек тә,
Ирекһеҙ иптәшем – бер йәш бөркөт тә,
Ян тәҙрәм төбөндә, ҡарғап донъяһын,
Ҡағына һәм суҡый ҡанлы ҡалъяһын.
Суҡый ҙа ырғыта, текләй тәҙрәгә,
Әйтерһең, бер уйҙы уйлай ул бергә.
Ҡарашы, тауышы ниҙер көткәндәй,
“Әйҙәсе, остоҡ!” тип әйтер киткәндә.
Беҙ ирек ҡоштары! Ваҡыт осорға,
Болоттар артылып, тауҙар ҡосорға,
Ундағы диңгеҙҙең күм-күк ситендә
Йөрөйөк һин дә … мин елдәр иркендә!..