Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Июнь 2019, 14:16

«Сармат вариҫтары» этно-фольклор фестивале уҙасаҡ

15 июндә Ишембай районындағы Торатау итәгендә «Сармат вариҫтары» этно-фольклор фестивале уҙғарыла.

15 июндә Ишембай районындағы Торатау итәгендә «Сармат вариҫтары» этно-фольклор фестивале уҙғарыла.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, «Сармат вариҫтары» – сармат халҡының боронғо һәм серле мәҙәниәте менән таныштырған фестиваль. Байрамда тотош республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 5 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Фестиваль ҡунаҡтарының милли уйындарҙа, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, Эльбрус Ниғмәтуллиндың шоуын, һыбай йөрөү оҫталығы, атта сабып барған килеш уҡтан атыу буйынса турнирҙарҙы ҡарау мөмкинлеге бар. Ойоштороусылар балалар өсөн айырым конкурс-уйын программаһы әҙерләй.
Башинформ
Читайте нас