Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында, уҙған йыл менән сағыштырғанда 7 пунктҡа күтәрелеп, 16-сы урынды алды. Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Стратегик башланғыстар агентлығы 2019 йылдың йомғаҡтарын иғлан итте.
Иң юғары рейтинглы төбәктәр иҫәбендә – Мәскәү, Татарстан һәм Төмән өлкәһе. Шулай уҡ быйыл тәүге унауға яңы төбәктәр – Калуга, Белгород һәм Ленинград өлкәләре инде.
«Быйыл тәүге егерме иҫәбенә эләгеү бик ауырға төштө. Бөгөн ошо исемлектәге төбәктәр былтыр иң яҡшы унау араһында булыр ине тип иҫәпләйбеҙ, — тине Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева. — Уҙған йыл менән сағыштырғанда 69 төбәк интеграль индексын яҡшыртты, ә 62 төбәк өс йыл рәттән тотороҡло үҫеш күрһәтә».
2019 йылдың үҫеш лидерҙары — Башҡортостан, Татарстан, Саха (Яҡут) Республикаһы, Приморье крайы, Һамар өлкәһе, Ҡырым Республикаһы, Түбәнге Новгород, Новгород, Калуга, Белгород, Ленинград өлкәләре.