Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Июнь 2019, 17:21

Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов: Башҡортостанға «лайк» ҡуямТатарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов: Башҡортостанға «лайк» ҡуям

6 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында тәүге килешеүҙәр төҙөнө.

6 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында тәүге килешеүҙәр төҙөнө.
Беренсе булып Башҡортостан һәм Татарстан хөкүмәттәре араһында 2019-2022 йылдарға иҫәпләнгән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планына ҡул ҡуйылды. Документтарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов ҡул ҡуйҙы.
«Башҡортостанда һәйбәт динамиканы күрәм. Һеҙҙең эшегеҙ оҡшай, лайктар ҡуям, – тине Рөстәм Миңлеханов Радий Хәбировҡа. – Башҡортостан менән Татарстан – ике туғандаш республика һәм бер-береһенә ярҙам итергә тейеш».
Ошо уҡ көндә Радий Хәбиров Кемеров өлкәһе губернаторы Сергей Цивилёв менән осрашты. Яҡтар иҡтисадта һәм социаль өлкәлә төбәк-ара эш итеүҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Кемерово өлкәһе — Кузбасс араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Башинформ
Читайте нас: