Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Июнь 2019, 12:15

2019 йылдың 15 июнендә “Һабантуй -2019” халыҡ байрамын уҙғарыу программаһы

“Ватанды һаҡлаусыларға” мемориаль комплексы

“Ватанды һаҡлаусыларға” мемориаль комплексы
10.00 Бәләбәй районы сауҙа предприятиелары йәрминкәһе.
Белем биреү ойошмалары, Бәләбәй ҡалаһы Художество галереяһы, “Шишмә” үҙешмәкәр рассамдар халыҡ клубы, нәфис һәм биҙәү-ғәмәли ижад оҫталары ҡатнашлығында “Оҫталар ҡалаһы” нәфис һәм ғәмәли-биҙәү ижады күргәҙмәһе.
10.30 “Ватанды һаҡлаусыларға” мемориалының Мәңгелек утына сәскәләр һалыу.
Тирмәләр ҡаласығы
10.45 “Иң яҡшы тирмә”, милли ихаталар һәм “Ата-бабалар ере” милли мәҙәниәттәр смотрын асыу.
“Баласаҡ майҙансығы” уйын программаһы.
Ипподром
12.00 Байрамды тантаналы асыу.
Халыҡ ижады коллективтары ҡатнашлығында театрлаштырылған композиция.
Яңы тыуған сабыйҙарҙы һәм ғаилә тормошо юбилярҙарын, производство, ауыл хужалығы алдынғыларын һәм Бәләбәй районының Маҡтаулы граждандарын ҡотлау тантанаһы, паспорттар тапшырыу.
13.15 Ат спорты ярыштары.
14.30 “Первушин” бәләкәй авиация аэродромдар комплексы пилоттар төркөмөнөң “Көмөш ҡанаттар” авиа программаһы.
15.00 Спорт ярыштары һәм турнирҙар, спорттың милли төрҙәре буйынса ярыштар.
Ипподромдың үҙәк сәхнәһе
Бәләбәй районы Үҙәк мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары концерты.
Тирмәләр ҡаласығы
“Иң яҡшы тирмә” смотрына һәм “Ата-бабалар ере” милли мәҙәниәттәр фестиваленә йомғаҡ яһау.
Ипподромдың үҙәк сәхнәһе
19.00 Йәштәр өсөн “Винегрет” ансамбле (Бәләбәй ҡалаһы) һәм “Артемий” кавер-төркөмөнөң (Өфө ҡалаһы) концерт программаһы.
21.00 Openair – Урам киноһы фестивале.
22.00 Йәштәр өсөн бейеү программаһы.
Войков-Интернациональ урамдары киҫелеше
24.00 Байрам салюты.
Ойоштороу комитеты
Читайте нас: