Райондың ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәрен тамамланы. Сәсеү майҙаны бөтә төр хужалыҡтарҙа 47 мең гектар тәшкил итте.
Әлеге ваҡытта сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү дауам итә, шулай уҡ баҫыуҙарҙы ужым культуралары сәсеүгә әҙерләйҙәр.
МР хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте белдереүенсә, яҙғы культуралар 29 мең га ер биләй. Быйыл 4300 га баҫыуҙарға юғары килемле культуралар сәселгән ( былтырғы йыл кимәленән 102 процент).
“Сулпан”, “Линда” агрофирмаһы” йәмғиәттәре яҡшы эшләгән. Исмәғил Хөснөтдиновтың, Валерий Соловьев, Александр Шипицын, Алексей Гришанин, Борис Савриндың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Яҙ” комплексы йәмғиәте һәм башҡалар яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡан рәүештә уҙғарған.
Яҙғы эштәрҙе уңышлы атҡарыуға ауыл эшсәндәренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы булышлыҡ иткән.