Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Июнь 2019, 14:01

Ун ике йылға һуҙылған марафон

Үҙәк мәҙәниәт һарайы майҙанында Тыуған илебеҙҙә йәшәгән халыҡтар йырҙары яңғыраны

Үҙәк мәҙәниәт һарайы майҙанында Тыуған илебеҙҙә йәшәгән халыҡтар йырҙары яңғыраны
Бейеү-йырҙарҙан торған программаны бәләбәйҙәргә Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина һәм “Рус йыры” Мәскәү академия театры коллективтары бүләк итте. Улар XII “Рәсәй йырҙары” Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны сиктәрендә сығыш яһаны. Концертта Мәскәү артистары менән бергә Бәләбәйҙең ижади коллективтары ла ҡатнашты. Асыҡ һауала уҙғарылған сара Рәсәй көнөнә арналды.
Елена Торгашова фотолары
Читайте нас: