Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Июнь 2019, 17:21

Салауат ерендә батырҙың тыуған көнөндә ҙур байрам ойошторолдо

Салауат Юлаевтың тыуған яғында, Салауат районында, батырҙы иҫкә алыу сараһы уҙҙы. Яндырылған Тәкәй ауылы урынында ҡуйылған тарихи һәйкәл – таш тирмә янында ойошторолған сараға уҡыусылар һәм тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр килде. Балалар өлкәндәр менән бергә батырға арналған шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.

«Арғымаҡ» төркөмө йырсыһы Ринат Рамазанов «Башинформ» агентлығына 2018 йылда «Беҙ – Салауат вариҫтары» йәмәғәт ойошмаһы Башҡорт йәштәре ҡоролтайы менән берлектә Салауаттың янып юҡҡа сыҡҡан тыуған ауылы урынында иҫтәлекле таш ҡуйыуҙары тураһында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, хәҙер ошо урын – Рәсәйҙең Эске туристик маршруттар реестры иҫәбендә. «Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән бергә «йәшел маршрут» төҙөнөк. Киләсәктә таш тирмәнең иң әһәмиәтле тарихи һәйкәлдәрҙең береһенә әүерелеүе һәм төбәктә туризмды үҫтереү өсөн этәргес булыуы мөмкин. Республика халҡының милли батырыбыҙға ҡыҙыҡһыныуы артабан да артыр һәм бында ошондай сараларҙың киңерәк ҡолас алырына ышанам», – тине музыкант.
Читайте нас: