Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Июнь 2019, 17:10

Вазифаларҙы билдәләнеләр

2020 йылда Бәләбәй муниципаль районы биләмәһендә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен әҙерләү һәм уҙғарыу йәһәтенән комиссия ултырышы МР хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев рәйеслегендә уҙҙы.
Көн тәртибендә өс мәсьәлә ҡаралды: 2020 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында МР хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ихсан Бәҙретдинов, халыҡ иҫәбен алыуҙы әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса комиссия ағзаларының вазифаларын билдәләү тураһында хакимиәт башлығы урынбаҫары Наил Ғүмәров, был эштәге беренсел мәсьәләләр тураһында Бәләбәй ҡалаһында дәүләт статистикаһы бүлексәһе етәксеһе Ольга Гучкова һөйләнеләр.
Ултырышҡа йомғаҡ яһап, Азат Сәхәбиев был мөһим дәүләт кампанияһын әҙерләп уҙғарыуға мөнәсәбәте булған бөтә хеҙмәттәр һәм ведомстволарҙың аныҡ һәм көйлө эшләүен тәьмин итергә, ҡала һәм ауылдар биләмәләре башлыҡтарын, иҫәп алыу һөҙөмтәләре мөмкин тиклем дөрөҫ булһын өсөн, адрестар хужалығын, хужалыҡтар тураһындағы яҙмаларҙы тәртипкә килтерергә саҡырҙы.
Римма Солтанова
Читайте нас: