Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Июнь 2019, 17:13

Зәйфәнең тағы бер уңышы

“Өмөт” республика газетаһы әҙәбиәтте үҫтереү һәм исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында яратҡан шағирҙарыбыҙ Ә. Атнабаев менән Н. Нәжми исемендәге конкурс ойошторҙо, ул йыл ярым бик ҡыҙыу барҙы.
Бәйгенең төп үҙенсәлеге – әҫәрҙәргә хөкөмдарҙар авторҙарҙың исем-шәрифтәрен белмәйенсә баһа бирҙе. Улар авторһыҙ ғына гәзиттә нәшер ителде, шуға ла ул ғәҙел.
Конкурсҡа беҙҙең коллегабыҙ, Бәләбәйҙең билдәле шағирәһе Зәйфә Сәлихова “Гармунсы бабай мөхәббәте” хикәйәһен ебәргәйне. Ошо көндәрҙә шатлыҡлы хәбәр килде: еңеүсе авторҙар араһында Зәйфәнең дә исеме бар! Туған телдең матурлығын, байлығын күрһәткән, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе юғалтмауға өлөш индергән әҫәрҙәр араһында уның хикәйәһе.
Үҙенсәлекле бәйгегә йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһына Зәйфә Мирғәзиән ҡыҙын Өфөгә “Өмөт” газетаһы редакцияһына саҡырҙылар. Конкурс шарттары буйынса унда шиғри әҫәрҙәр ҙә, сәсмә әҫәрҙәр ҙә ҡатнашҡанға, беренсе урын биреү ҡаралмаған. Зәйфә Сәлихова сәсмә әҫәрҙәр конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ул “Өмөт” газетаһының дипломы һәм “Хазина-тур” йәмғиәтенең сертификаты менән бүләкләнде.
Коллегабыҙҙы тағы бер уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: