«Әгәр беҙ 2020 йылдың 1 ғинуарынан килеме ике йәшәү минимумы булған ғаиләләргә нулдән йәш ярымға тиклем бирә башлаһаҡ [төбәк буйынса бер йәшәү минимумы күләмендәге балалар пособиеһы], ғаиләләрҙең 70% ошо ярҙам сараһына эләгә, – тине президент. – Әлбиттә, бала йәш ярымға еткәс, 1,5 йәшәү минимумына күсеү, йәғни шунда уҡ ошо ярҙамды алған ғаиләләр һанын кәметеү сәйер булыр ине. Шуға күрә быны килеме ике йәшәү минимумы булған бөтә ғаиләләргә таратырға тейешбеҙ, тип иҫәпләйем һәм үҙем өсөн күптән ошо ҡарарҙы ҡабул иткәнмен».