Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Июнь 2019, 11:40

Ҡорамалдар яңыртыла

“Бәләбәй “Автодеталь” предприятиеһы” йәмғиәтендә ҙур шатлыҡ – завод яңы Robomac 208TF станогы һатып алды.

Был Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте ярҙамы һөҙөмтәһе. 2008 йылда уҡ һатып алынған ошондай станок иҫкереү сәбәпле, предприятие хакимиәте Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Үҙәк идараһына яңы ҡорамал һатып алырға финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Завод эшсәндәренең үтенесен кире ҡаҡмағандар. Үҙәк идара президенты А.Я. Неумывакин 10 млн һум аҡса бүлеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
Һәм бына оҙаҡ көтөп алынған, заманса станок заводҡа “килеп етте”. Предприятиела билдәләүҙәренсә, был станокта етештерелгән деталдәрҙе һатыуҙан килгән килем инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән эш урындарын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, шул станокта яһала торған деталдәрҙең бер өлөшөн инвалид эшселәр еренә еткерә. Яңы ҡорамалда һанлы программа менән идара ителеүсе (ЧПУ) станоктар операторҙары Сергей Мигунов, Ринат Дауытов һәм Артур Баһауетдинов өс сменала, алмашлап эшләйәсәктәр.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Автор фотоһы
Читайте нас: