Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Июнь 2019, 16:09

«Урал аръяғы-2019» инвестиция форумына 11 илдән киләләр

22 июндә Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2019» инвестиция форумы утәсәк. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, инвестиция Һабантуйына 11 илдән киләләр – Австрия, Әрмәнстан, Беларусь, Болгария, Иордания, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Сербия, Төркиә, Франция һәм Хорватия вәкилдәре.

Ә 23 июндә, улар Әбйәлил районындағы Һабантуйҙа Башҡортостандың йолалары һәм мәҙәниәте менән таныша. Голливуд актеры һәм режиссер Стивен Сигал да ошо сараның ҡунағы буласаҡ.
Сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн Замбия, Бенин, Колумбия, Малайзия, Ангола, Һиндостан, Үзбәкстан һәм Афғанстандан ирекмәндәр саҡырылды. Был көндө Башҡортостандың 25 районы вәкилдәре тирмә ҡороп, милли ихаталарҙы күрһәтәсәк. Традицион милли уйындарҙан һәм бәйгеләр тамашасыларҙы көтә. Был көндө Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары – «Мираҫ» фольклор йыр һәм бейеү ансамбле, музыкант Роберт Юлдашевтың «Ҡурайсы» төркөмө, Рөстәм Ғиззәтуллин, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «ZAINETDIN» этно-проекты, Сәғиҙулла Байегет, Гөлназ Асаева һәм башҡалар сығыш яһай.
Һабантуй дискотека һәм фейерверк менән тамамлана.
Читайте нас: