Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Июнь 2019, 11:39

Айғырбатҡанда Стивен Сигал ниҙәргә өйрәнде?

Кисә Әбйәлил районының Айғырбатҡан яланында үткән һабантуйҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров Голливуд йондоҙо Стивен Сигалға башҡорттоң милли көрәше буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

Билдәле актер һүҙҙәренсә, был – ул быға тиклем таныш булмаған берҙән-бер алыш төрө. Радий Хәбиров сит илдән килгән ҡунаҡҡа бер нисә алымды, билбауҙы бәйләү төрҙәрен һ.б. үҙенсәлектәрҙе күрһәтте.
Һабантуйҙа Башҡортостандың 19 районынан, рәсәйҙең дүрт төбәгенән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Улар араһында чемпион булып танылғандар күп ине.
Читайте нас: