Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Июнь 2019, 18:23

Башҡортостанда табиптарға ҡытлыҡ кәмей: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лидер райондарҙы һәм аутсайдерҙарҙы атаны

2019 йылда Башҡортостанда 230 табип эшкә йәлеп ителгән, уларҙың 80-е — беренсел звено табиптары. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә медицина кадрҙарын йәлеп итеүгә бәйле хәл тураһында һөйләне.

«Өфөнөң 18-се,10-сы дауаханалары, 3-сө, 38-се балалар поликлиникалары, Баймаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Саҡмағош, Ҡалтасы район дауаханалары яҡшы үҫеш күрһәтте. Уларға икенән күберәк табип йәлеп ителде», — тип билдәләне Максим Забелин.
Уның һүҙҙәренсә, Белорет район дауаханаһында, Салауат ҡалаһында, Өфөнөң Дим районы дауаханаһында кире күренеш күҙәтелә — кәмеү өс кешенән ашыу.
Оператив кәңәшмәлә республикала йәш белгестәргә торлаҡты ҡуртымға биреү һәм уны артабан һатып алыу мөмкинлеге биргән закондың килешеү стадияһында булыуы әйтелде.
Башинформ
Читайте нас: