Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Июнь 2019, 14:01

Республикала эҫе һауа торошо һаҡлана

Алдағы өс көндә республикала эҫе һауа торошо һаҡлана, тип белдерҙеләр Башгидрометүҙәктә.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 24 июндә төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ.
Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 5-10 метр, көндөҙ ваҡыты менән секундына 15-20 метр. Һауа температураһы көндөҙ — 26-31 градус.
25 июндә Башҡортостанда төндә бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Айырым райондарҙа йәшен, боҙ-борсаҡ.
Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә — 15-20 градус, республиканың төньяғында — 10 градусҡаса йылы. Көндөҙ — 20-25 градус, көньяҡта — 30-ға тиклем.
26 июндә республикала урыны менәнбер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, ҡапыл иҫкәндә көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә — 8-13 градус, көндөҙ — 17-22, республиканың көньяғында — 27 градусҡа тиклем.
Башинформ
Читайте нас: