Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Июнь 2019, 14:16

Мәктәпте бер үҙе тамамлаған...

Шуға ҡарамаҫтан, ул “Һуңғы ҡыңғырау”ға ныҡлап әҙерләнгән.

Иркутск өлкәһендәге Усть-Илим районының Ершов урта мәктәбен быйыл ни бары бер уҡыусы тамамлаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Татьяна Апаликова төшөнкөлөккә бирелмәй, “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына ныҡлап әҙерләнә. Алдан уҡ бейеү әҙерләй һәм синыфты шарҙар, плакаттар менән биҙәп ҡуя.
- 9-сы синыфтан һуң синыфташтарымдың күпселеге, документтарын алып, төрлө яҡҡа таралышып бөттө. Беҙ өсәү ҡалған инек, тик 11-се синыфҡа улары ла килмәне. Шулай итеп, йыл буйына парта артында үҙемә генә ултырырға тура килде, - ти Таня.
Быйыл мәктәптә 10-сы синыф уҡыусылары ла юҡ. Бында уҡытыусылар ҙа етмәй, мәҫәлән, физика уҡытыусыһы, 120 саҡрым араны үтеп, аҙнаһына ике тапҡыр мәктәпкә килә.
Татьянаның “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына ата-әсәһе һәм элекке синыфташтары ла килгән. Ҡыҙ киләсәктә психолог һөнәрен һайларға ҡарар иткән.
“Ҡыҙыл таң”.
Читайте нас: