Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Июнь 2019, 10:53

Студенттар каникулда аҡса эшләй

Республикала ике меңләп студент студент отрядтарында эшләйәсәк.

Улар Бөтә Рәсәй проекттарында ҡатнашасаҡ. «Парус», «Гефест» отрядтары Саха- Яҡут нефть ятҡылығында эшләһә, « Сова» отряды Ялтаға китә. Диңгеҙ буйында улар ашнаҡсы, официант- бармендар булып эшләйәсәк. Күп студенттар пионервожатый эшен дә башҡарасаҡ. БГАУ -ҙа белем алғандарҙы ауыл хужалығы, төҙөлөш көтә. 45 көнлөк эш семестрында студенттар 30 меңгә тиклем аҡса эшләй ала.
«Йәшлек» гәзитенән
Читайте нас: