Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Июнь 2019, 13:24

Башҡортостандан Илдар Ишекәев ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаты финалы сыҡты

Башҡортостан механизаторы Илдар Ишекәев ер һөрөү буйынса VIII Асыҡ Рәсәй чемпионаты финалына сыҡты.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Мордовиялағы ярышта Мәләүез районынан Илдар Ишекәев, Стәрлетамаҡ районынан Римир Ғиззәтуллин, Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжын тамамлаған Дарья Тураева ҡатнаша.
Бөтә Рәсәй чемпионатының һайлап алыу ярыштары барышында судьялар бураҙнаның тигеҙлеген, һөрөү тиҙлеген һәм тәрәнлеген баһаланы.
Һайлап алыу туры йомғаҡтары буйынса, Мәләүез районынан Илдар Ишекәев, 75 балл йыйып, чемпионаттың финалына сыҡты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Татарстан, Мордовия, Ленинград, Тверь, Иваново, Пенза, Орел, Волгоград өлкәләре һәм Ставрополь крайы механизаторҙары ла финалға үтте.
Илдең иң оҫта механизаторҙары ҡатнашҡан VIII Асыҡ Рәсәй чемпионатының финал ярыштары 28-29 июндә Горяновка ауылы янында уҙа.
Бөгөн механизаторҙар «Трактор-шоу»ҙа ла ҡатнаша.
Башинформ
Читайте нас: