Был уйын Урал аръяғында, Илеш, Көйөргәҙе, Ишембай райондарында элек бик таралған булған. Ойоштороусылар ошо төбәктәрҙәге шарттарҙы йыйып алып, уйындың дөйөм ҡағиҙәләрен булдырған. Киләһе йылда БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән килешеп, республика кимәлендә шәкәй һуғыу буйынса беренсе чемпионат үткәреү күҙаллана. Быйылғыһы иһә "Берҙәм Рәсәй"ҙең БР спорт ваҡиғалары марафоны" төбәк партия проектына ярашлы уҙасаҡ.
Беренсе уйында БР Башлығы в.в.б. Радий Хәбировтың да ҡатнашыуы көтөлә. Майҙанға хужалар - Ишембай районы сығып, "Алга, Башкирия!" командаһына ҡаршы алышасаҡ.