Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Июль 2019, 13:41

Беҙ бергә, беҙ берҙәм!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ишембай ерендә меңәрләгән халыҡты берләштергән “Торатау йыйыны”ның программаһы бик бай булды.

Халыҡ араһында Бишенсе ҡоролтай делегаттары һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Республика етәксеһе байрам менән ҡотлап, беҙҙең яңы девизды ла яңғыратты: "Алға, Башҡортостан!"
Күптәрҙе сәхнәләге сығыштар, уйын-ярыштар ҡыҙыҡһындырһа, икенселәр күргәҙмәләр ҡараны, баҙар ҡыҙырҙы. Бер төркөм тау үрен яуланы, бәғзеләр тирмәләр буйлап йөрөнө.
Тирмәләр тигәндәй, улар бихисап булды. Күрше район һәм ҡалаларҙан килгәндәр ҙә үҙ йәйләүен ҡорғайны. Уларҙа башҡорт халҡының боронғо көнкүреше сағылыш тапты, эш ҡоралдары, милли аштар ҡуйылды.
“Торатау йыйыны” байрамын Toratay-party концерт программаһы дауам итте. Башҡортостандың Милли музыка ҡоралдары оркестрына ҡушылып Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов йырланы. “Арғымаҡ“, “Бүреләр“, “Ҡурайсы“, “Ҡарауан-һарай“, “Далан“, “Бәхетле“, “Дан“, RNT, МС Баш төркөмдәре лә тамашасыларҙы үҙ сығыштары менән дәртләндерҙе.
"Торатау йыйыны" республика фольклор байрамы аҙағына яҡынлашҡас, барыһы ла лазерлы шоу ҡарарға йыйынды.
Тәүҙә сәхнә алдында, аҙаҡ Торатау битләүендә булды.
Төрлө уттар менән йәнләнгән тау буйлап берсә йылҡы өйөрө сабып үтте, берсә бөркөт талпынды, берсә салют уттары балҡыны...
Был шоу - Башҡортостандың 100 йыллығы, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Торатау йыйыны" уңайынан республика халҡына матур.
Читайте нас: