Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Июль 2019, 13:20

Ветерандарҙа – юбилей

Июлдә бер нисә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны юбилейынҙарын билдәләй.

Айҙың беренсе көнөндә Фәриҙә Ғабдулла ҡыҙы Төхвәтуллина йөҙ, ә Вафый Хажисолтан улы Аҫылханов менән Нәғимә Имай ҡыҙы Нәбиәхмәтова туҡһан йәшлек юбилейы ыңғайынан ҡотлауҙар ҡабул итә.
Бәләбәй районы һәм ҡалаһының Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам итеү бүлеге белгестәре ветерандарға Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтең ҡотлау открыткаларын һәм бүләктәр тапшырҙы. Вафый Хазисолтан улы Аҫылханов ғаиләләр менән эшләү белгесе Светлана Басманованы бик шатланып, онотмағандары өсөн рәхмәтлемен тип ҡаршы алды.
Вафи бабай ауыр һуғыш һәм унан һуң да еңел булмаған йылдарға тура килгән тормошона зарланмай. Ул Йәрмәкәй районының Исламбахты ауылында Беренсе Донъя һуғышында ҡатнашыусы ғаиләһендә тыуып үҫә. Тылда хеҙмәт итә, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Еңеү хәбәрен ишеткәс, өйҙәренә ялан аяҡ тороп йүгергәнен әлегәсә хәтерләй. Ветеран бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй, һәр иртә кәйеф һәм сәләмәтлек өсөн 14 приседание эшләһә, кисен саф һауала йөрөй.
Оҙаҡламай тағы ла алты ветеран туҡһан йәшлек юбилейы менән ҡотлауҙар ҡабул итәсәк. Улар: Анна Григорьевна Кадулина, Миңһылыу Ғәлимйән ҡыҙы Исламова, Мария Филиповна Чинчик, Рифҡәт Самиғулла улы Хайруллин, Нина Игнатьевна Бочарева һәм Валентина Александровна Гузиенко.
Оксана Дементьева.
Читайте нас: