Сара барышында «Тиҙ ярҙам», янғын һүндереү хеҙмәте, полицияның автомобилдәренә юл бирмәгән водителдәр асыҡланасаҡ. Тауыш, ут сигналдары эшләгән автомобилдәр килгәндә, ситкә сығып, уларҙы үткәреп ебәрергә кәрәк. Кире осраҡта, ҡағиҙәне боҙоусыларға 500 һум штраф йәки 1 айҙан 3 айға тиклем водитель таныҡлығынан ҡолаҡ ҡағыу ҡаралған.