Был хаҡта ул Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Программаны ғәмәлгә ашырыуҙы тәнҡитләп, республика етәксеһе төбәк операторы урынбаҫарҙарын ҡыуырға ҡушты.
Республика етәксеһе подъездарҙа ремонт сифаты буйынса халыҡтан ялыуҙар күп килгәнен белдерҙе. Ә бит аҡса етерлек бүленгәйне.
Быйыл программа буйынса 1374 күп фатирлы йорттағы 4000 подъезды ремонтларға кәрәк. Эштәр 1 ноябргәсә бөтөргә тейеш.
Бәләбәй районында быйыл был программа буйынса 42 күп фатирлы йорттағы 127 подъезда ремонт ҡаралған. Ремонт барышын, сифатын Башҡортостан Республикаһы төбәк операторы менән бер рәттән торлаҡ вәкилдәре, идара компанияһы күҙәтә. Бәләбәй хәбәрҙәре журналистары йорт буйынса яуаплы кешеләр менән осрашып, йорт хужаларының подъездарында барған ремонт сифаты менән ҡәнәғәт булыу-булмауҙарын белеште.
Карл Маркс урамы, 9 һанлы йорт, подъезд буйынса яуаплы Зөһрә Камеева әйткәнсә, эшселәр тырышып, һәр нимәне еренә еткереп эшләй. Ә бына подрядсы Уралспецмонтаж йәмғиәтенең ремонт эштәрен ойоштороуына һорауҙар бик күп. Төҙөү материалдары ваҡытында килтерелмәй, подъезда ремонт тамамланмауға ҡарамаҫтан, эштар икенсе объектҡа күсерелә.
Бәләбәй. Ленин урамы, 15 һанлы йорт. Бында ремонт эштәрен Уралнефтьспецмонтаж подряд ойошмаһы башҡара. Йорт өсөн яуаплы Татьяна Кирсанова ремонт барышы менән һис тә ҡәнәғәт түгел. Эшселәр төҙөлөш технологияларын үтәмәй. Кесе Азиянан килгән ремонтсыларҙың тәүҙә хатта эшсе ҡорамалдары ла булмай.
- Бына айҙан артыҡ подъездарҙа төрлө тоҙаҡтар эленеп тора, - ти ул. – Ишектәр алмаштырылмай тороп, иҙәнгә плиткалар һала башланылар. Уныһын да дөрөҫ һалмайҙар, технология ҡағиҙәләрен боҙоп башҡаралар.
Был йортта күпселеге өлкән йәштәге кешеләр йәшәй. Был плиталар ҡышҡы һыуыҡта туңғас, тайып йығылырбыҙ тип ҡурҡа. Әйткәнсә, подъездарҙы ремонтлауға ҡоролған дөйөм йыйылышта милекселәр подъезд иҙәндәре икенсе материалдан һалынырға тейеш тип ҡарар иткәндәр.
Ленин урамындағы был йортҡа өс тапҡыр ҡала муниципаль район хакимиәте комиссия, хатта Өфөнән Төбәк операторы вәкиле килеп китә.
20 июндә подряд ойошмаһынан вәкил килеп киткәс, төҙөүселәр ремонт эштәрен бөтөнләй туҡтатҡан. Был ремонт ҡасан ғына тамамланыр икән тип фараз итергә генә ҡала.
Гөлнара Мурзина, Римма Султанова