Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Июль 2019, 11:26

Руль артында – сибәр ҡыҙҙар

Үҙәк Мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында икенсе мәртәбә ҡатын-ҡыҙҙар араһында автооҫталыҡ конкурсы уҙҙы.

50-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ был конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Һайлап алыу турында штрафтарҙың булыу-булмауы, ҡағиҙә боҙоуҙар иҫәпкә алынды.
Һигеҙ кеше юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы үҙләштереүҙәренә, машинаны оҫта йөрөтә белеүҙәренә инандырып, һайлау үтте. Ольга Яковлева (уҡытыусы-логопед), Екатерина Терентьева (йәш әсә), Татьяна Иванова (психолог), Татьяна Федорова (хужабикә), Инна Фәхриева (йәш әсә), Татьяна Кузьмина (бухгалтер), Татьяна Тәүхетдинова (медицина дезинфекторы) һәм Оксана Ярославлева (эшҡыуар) Бәләбәйҙең иң яҡшы автоледиһы исеменә көрәштә ҡатнашты.
Тәүҙә конкурста ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән биҙәгән машиналарын күрһәтте. Унан һуң визит карточкаһы, аш-һыу оҫталығы һ.б. бәйгеләр үткәрелде. Талапсан жюри еңеүселәрҙе билдәләне: беренсе урында - Ольга Яковлева, икенсе - Оксана Ярославлева, ә өсөнсө урынды Татьяна Кузьмина яуланы. Финалға сығыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, шулай уҡ улар сертификат һәм дипломдарға лайыҡ булды.
Читайте нас: