Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Июль 2019, 19:42

Бабичҡа - һәйкәл

Бишенсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланған башҡорт шағиры, сәйәсмән, 1917 – 1919 йылдарҙа башҡорт хөкүмәте ағзаһы, милли хәрәкәт башында тороусыларҙың береһе Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйылды.

Был тантанала БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, делегаттар, ҡала халҡы ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Бабич тоҡомонан булған Таңсулпан Бабичева, һәйкәл авторы Андрей Ковальчук, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина сығыш яһаны.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бабичтың һыны Зәки Вәлиди урамының башында, Телеүҙәк ҡаршыһында, Салауат майҙаны янында урынлаштырылды.
Һәйкәлде ҡороп ултыртыу буйынса проект меценаты - "Евразия" йәмғиәте.
Бронза һын 3,5 метр бейеклектә. Ул өс метрлы постаментҡа ҡуйылған. Тирә-яғы төҙөкләндерелгән, сәскә ултыртылған, асфальт яңыртылған.
Читайте нас: