Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Июль 2019, 16:40

Балалар баҡсаһы матур буласаҡ

Иғтибарығыҙға Бәләбәй ҡалаһының Горохов урамында 150 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөнән сираттағы фоторепортажды тәҡдим итәбеҙ. Журналистар өсөн юбилей объекты булған буйынса экскурсияны Өфө ҡалаһы "Главспецстрой" йәмғиәтенең төҙөлөш участогы начальнигы Минас Дарбинян үткәрҙе.

Төҙөүселәр бина фасадының алғы өлөшөн тулыһынса буяп бөткәндәр. Кәрнизде монтажлау һәм фасад эштәрен тамамлау менән төҙөлөш ағастарын һүтәсәктәр. Бына шул саҡта объект бөтөн матурлығы менән балҡыясаҡ.
Цоколь өлөшө бессерлы блоктар менән йөҙләнә, тышҡы баҫҡыс марштары гранит менән йөҙләнәсәк.
Һуҡмаҡтар брусчатка менән ҡаплана.
Буласаҡ мәктәпкәсә учреждение территорияһы хәҙер бар яҡлап ҡарала; Главспецстрой йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре иҫке ҡойманы һүтеп, евроҡойма секцияларын монтажлауға әҙерлек эштәрен алып бара. Бының өсөн материалдар килтерелгән да инде.
Алты йәйге веранданы һәм алты уйын майҙансығын ҡороу, шулай уҡ спорт майҙанын эшләү дауам итә. Уңайлы эскәмйәләр, беседкалар һәм башҡа уйнау ҡоролмалары ҡоролоп ҡуйылған да инде.
Подряд ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре бина подвалында электр йыһаздарын ҡороп бөткәндәр тиһәң дә була, хәҙер был эш беренсе һәм икенсе ҡатта бара. Тыштан бинаның бөтә периметры буйынса прожекторҙар һәм видеокамералар ҡуйылған. Балалар өсөн уйнау бүлмәләрендә лә видеокамералар бар. Янғын хәбәр итеү һәм бинаны елләтеү системалары көйләнгән.
"Водосток+Сервис" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре икенсе ҡаттағы бүлмәләрҙә сантехника урынлаштыралар. Кер йыуыу бүлмәһендә көслө кер йыуыу машиналары селтәргә тоташтырыуҙы көтә. Тиҙҙән уйын, йоҡо бүлмәләренә йыһаз ҡайтарыла башлаясаҡ.
Ошо көндәрҙә биләмәне төҙөкләндереү һәм газон үләне сәсеү өсөн ҡара ер килтерәсәктәр.
Яңылыҡ авторы Римма Солтанова. Илья Букарев фотолары
Читайте нас: