Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Июль 2019, 17:29

Фажиға булмаһын тиһәң

Белеүегеҙсә, тиҙлекте арттырыу юл аварияларының төп сәбәптәренең береһе булып тора.

Юл хәрәкәте фажиғәләренең күпселеге йыш ҡына фотовидеокомплекстар ҡуйылмаған юл участкаларында теркәлә. Ә был комплекстар булған юлдарҙа авариялар бөтөнләй юҡ тиерлек. Әлеге ваҡытта республикала шундай юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәүсе ике йөҙгә яҡын фотовидеокомплекс ҡуйылған һәм йыл аҙағынаса уларҙың һаны тағы ла 527-гә артасаҡ. Был турала "Фейсбук"та БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҙған. Уның белдереүенсә, республикала юлдарҙағы фажиғәләрҙе бөтөрөү өсөн планлы рәүештә эш алып барыла.
Әйткәндәй, Бәләбәйҙә лә шундай ике комплекс эшләй. Оҙаҡламай тағы ла бер нисә фотовидеотеркәү камераһы ҡалабыҙ урамдарында барлыҡҡа киләсәк.
Республика "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда 6000 км автомашина юлы төҙөкләндерелә, юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар һанын 3,5 процентҡа кәметеү, Өфөлә яңы күперҙәр һалыу күҙаллана.
Яңы автомобиль юлдары төҙөүгә быйыл республика федераль ҡаҙнанан 5,2 миллиард һум аҡса аласаҡ. Алты йылда бөтәһе бүленгән аҡса суммаһы 33,5 миллиард һум буласаҡ.
Читайте нас: