Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Июль 2019, 15:19

12 август – ял көнө

Башҡортостанда 12 август рәсми рәүештә өҫтәмә ял көнө, тип иғлан ителәсәк.

Быйыл Ҡорбан байрамы 11 августҡа, йәғни йәкшәмбегә, тура килгәс, ял көнө дүшәмбегә - 12 августҡа күсерелә. Шулай итеп, Ҡорбан байрамы уңайынан 10, 11 һәм 12 август ял көндәре тип һанала. Йома 9 август эш көнө ҡыҫҡартылмай.
Ҡорбан байрамы айҡанлы баш ҡалабыҙ Өфөлә ҡорбан салыу йолаһын атҡарыуға ике майҙансыҡ бүленә (Төньяҡ автовокзал янында һәм Зинин ауылы эргәһендәге «Карауан» сауҙа үҙәге алдында). Шулай уҡ «Башҡортостан» сауҙа үҙәге һәм «Ватан» этнопаркында 11 августа «Ҡорбан Хәләл Fest» фестивале ойошторола.
Читайте нас: