Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Июль 2019, 16:51

Ғаилә байрамы йыл да буласаҡ

Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы бик матур үтте.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йыйылған халыҡты ихлас сәләмләп:
– Матур йолаға нигеҙ һалабыҙ. Артабан ул йыл да дауам итәсәк: һеҙҙең бәрәкәтле, ҡунаҡсыл ерегеҙҙә 8 июль һайын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәрәсәкбеҙ. Ғаилә – иң юғары, мөһим төшөнсә. Ул йәшәргә көс, дәрт бирә, – тине.
Ул ҡаланың үҙәк майҙанында ҡул оҫталары күргәҙмәһендә булды, ҡала халҡы менән дә аралашты. Республика етәксеһе ҡаланы үҫтереү, төҙөкләндереү йәһәтенән ярҙам буласағы хаҡында ла белдерҙе.
Төбәк етәксеһе хәләл ефете Каринэ Хәбирова менән өлгөлө дүрт ғаиләгә “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалын тапшырҙы. Улар араһында Вәсилә менән Айрат Зариповтар ҙа бар. Был ғаилә Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зариповты үҫтергән.
25 йылдан ашыу бергә йәшәүсе парҙар Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова ҡулынан “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы алды.
Байрамда шулай уҡ сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Валентина Петренко, Дәүләт Думаһы депутаты, спортсы, йәмәғәт эшмәкәре Рима Баталова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Бөрөләге был күркәм сара бик матур концерт менән үрелеп барҙы. Әйткәндәй, мөхәббәт йырҙарын бәхетле ғаилә парҙары башҡарҙы.
Тамашасыларҙы билдәле сәнғәт оҫталары Асҡар Абдразаҡов, Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимерова, ҡумыҙсы Зәйнетдиновтар ғаиләһе, Заһир Зәйнетдинов һ.б. һоҡланғыс сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Байрам салют менән тамамланды.
Читайте нас: