Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Июль 2019, 18:37

Мораҙымға барабыҙ!

12-14 июлдә Мораҙым тарлауығында «Мораҙым fest 2019» Республика башҡорт йәштәре фестивале үтәсәк.

Был сарала ҡатнашырға теләүсе командалар https://forms.gle/CcEjrRTk97Sx1jmx5 ссылкаһы буйынса теркәлә ала. Тамашасы рәүешендә лә ҡатнашырға мөмкин.
Йәштәр палаткаларҙа йәшәйәсәк, төрлө халыҡ уйындары, спорт ярыштары ойоштороласаҡ. Башҡорт телендә ижади конкурстар, дискуссия баталиялары үткәреү күҙаллана.
«Мораҙым-Party» – ZAINETDIN, группа «Бәхетле» и MC BASH сығыш яһаясаҡ.
Үҙең менән палаткалар, аҙыҡ-түлек алырға кәрәк.
Читайте нас: