Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Июль 2019, 19:07

Мостай Кәрим урамы - Алма-Атала ла

Бөгөн Ҡаҙағстандың Алма-Ата ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәримгә арналған урамды асыу тантанаһы үтте.

Ҡаланын акиматы һәм мәслихәте ҡарарҙары менән Алма-Атаның үҙәгендә, Ауэз районының "Мамыр-1" биҫтәһендәге урамға Мостафа Сафа улының исеме бирелде.
Был тантанаға бик күп мәртәбәле ҡунактар, шул иҫәптән Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Имәнғәли Тасмагамбетов, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, туғандаш республиканың яҙыусы һәм шағирҙары, ҡала халҡы йыйылды. Беҙҙең республиканан килгән делегацияны шағирҙың ейәне, Мостай Кәрим исемендәге фонд учредителе Тимербулат Кәримов етәкләне.
Башҡортостан Республикаһы делегацияһы «Мостай Кәримгә – 100 йәш» Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: