Башҡортостан властары хәбәр итеүенсә, төҙөлөштө тамамлау өсөн спонсор табылған. Бер ойошма 100 млн. аҡса күсерергә вәғәҙә биргән. Билдәле булыуынса, иман йортон төҙөү 2016 йылда БР Башҡортостан мосолмандары диниә назараты менән « Урал» мәрхәмәтлелек фонды араһында бәхәс тыуыуы арҡаһында туҡтап ҡалғайны. « Алтын ҡурай» подрядсы ойошма булды. Төҙөлөшкә 1 млрд һум аҡса һалынды.