Бәләбәй медколледжы студенттары Рита Хәйруллина, Регина Әхмәтвәлиева, Ксения Борисова, Елен Чернова һәм Изгелек волонтерҙар үҙәге кураторы Лилә Садовникова был уйындарҙа волонтер буласаҡ.
Улар Санкт-Петербург, Магнитогорск, Төмән ҡалаларынан килгән башҡа волонтерҙар менән уйындар үтәсәк спорт объекттары менән танышты.
Әйткәндәй, Өфөгә уйындарға 85 ҡала, 30 илдән ҡунаҡтар килде. Был - 1270 спортсы, 280 тренер, хөкөмдар, мэрҙар, мэр урынбаҫарҙары, волонтерҙар. Спортсылар бөтәһе 433 миҙал өсөн көрәшәсәк.