Был фильмды Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамы менән "Мотор Фильм Студия" кинокомпанияһы төшөргән. Фильмдың режиссеры – Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин. Кинотаҫма Санкт-Петербургта "Виват, Рәсәй киноһы" һ.б. фестивалдәрҙә күрһәтелгән.