Еләккә йөрөгән, тәбиғәт байлығынан файҙаланған кешеләр чиновниктарға тынғылыҡ бирмәй башланы булһа кәрәк. Ҡайын һыуы, дарыу үләндәре лә уларҙың контроленә алынасаҡ.
Улар был эште нисек ойошторорға уйлайҙыр – әлегә билдәһеҙ. Урманға ингән өсөн генә аҡса түләттермәҫтәрме? Әлегә бындай аңлашылмаған башланғыстар халыҡта ҡаршылыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек һәм борсолоуҙан башҡа бер ни тыуҙырмай.