Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Июль 2019, 17:34

Мәтәүбашта ла бар

Күп ҡалаларҙа, шул иҫәптән Бәләбәйҙә лә, уны яратыуҙы белдергән артобъекттар бар. Күптәр, айырыуса йәштәр, балалар уның фонында фотоға төшөргә ярата.

Ә бына ауыл ерендә ундай ҡоролманы быға ҡәҙәр осратҡан юҡ ине.
Мәтәүбаш ауылының 300 йыллыҡ юбилейына эшҡыуар Марат Зәйруллин үҙ аҡсаһына үҙенсәлекле бүләк – тап шундай, мотлаҡ йөрәк рәсеме менән, ауылды яратыуҙы белдергән артобъект эшләтте. Ул һабантуйҙа иғтибар үҙәгендә булды: йыраҡтан ҡайтҡан ауылдаштар уның фонында иҫтәлеккә фотоға төштөләр һәм хәҙер Класташтарға ҡуялар.
Бөгөнгө көндә Яратыу билдәһе бар кешенең иғтибарын йәлеп итеп, ауылдың Мәктәп урамында тора.
Мәтәүбашҡа барһағыҙ, уның фонында фотоға төшмәй ҡалмағыҙ!
Зәйфә Сәлихова
Читайте нас: