Бәләбәй-Ермолкино муниципаль автомобиль юлында хәҙерге заман талаптарына тура килгән күпер сафҡа индереләсәк.
Был Ермолкин ауыл советы биләмәһендә Башҡортостандың Төнъяҡ Ниваһы йәмғиәтенең малсылыҡ комплексы төҙөүе менән бәйле.
Арйылға аша күперҙе реконструкциялау ноябрҙә тамамланырға тейеш. Әлегә төҙөлөш эштәре графиктан алда бара.
Яңы объекттың заказчигы Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы. Өфөнөң Магистраль йәмғиәте подрядсы булып тора.