Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Июль 2019, 19:08

Һауа торошо – ҡасан йылытыр?

Ял көндәрендә Башҡортостанға эҫе ҡайта.

Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, шәмбе урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, күк күкрәүе, ҡайһы бер райондарҙа ҡойма яуын булыуы ихтимал. Шулай ҙа һауа торошо буйынса белгестәр Башҡортостанға 30 градуслы эҫе көндәрҙең ҡайтыуын фаразлай.
Йәкшәмбе, 15 июлдә, термометр күрһәткесе +30 билдәһенә тиклем күтәрелә. Төбәктең баш ҡалаһына ҡыҙыу ҡояш бер аҙ яуым-төшөм оҙатыуында шишәмбегә, 17 июлгә, генә ҡайта. Өфөлә бындай һауа торошо бер аҙна самаһы торасаҡ. Һуңынан синоптиктар йәнә һауа температураһының түбәнәйеүен көтә.
Читайте нас: